Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Б

Викидәреслек проектынан

Б[үҙгәртергә]

  • Баҙнатлы тыныслыҡ яратыр
  • Бай булмаһаң бай булма, ғилем-һөнәргә һай булма.
  • Бай менән дуҫлашма, түрә менән талашма.
  • Бай менән ҡоҙа булһаң, наҙланып маҙаңды алыр, ярлы менән ҡоҙа булһаң, теләнеп маҙаңды алыр.
  • Бай бай өсөн тырыша, ярлы ярлыға булыша.
  • Бай байға ҡарар, һыу сайға ҡарар.
  • Бай байҙы оҙатыр — «ҡоламаһын» тип, ярлыны оҙатыр «урламаһын» тип.
  • Бай байлығын итә: ай һайын ҡатын ала, ауыл һайын йорт һала.
  • Бай байлығын һөйләр, ярлы ҡайғыһын һөйләр.
  • Бай байыһа, хан булыр.
  • Бай балаһы байға оҡшар, бей балаһы бейгә оҡшар.
  • Бай балаһы байға оҡшар, бәйләнмәгән тайға оҡшар
  • Бай балаһы ун бишкә еткәс баш,

Ярлы балаһы утыҙға еткәс тә йәш.

  • Бай бар ерҙә «малым бар» тимә,

Ғазраил бар ерҙә «йәнем бар» тимә.

  • Бай барын бирмәҫ, юҡ ҡарап тормаҫ.
  • Бай барҙа ыҙан һыҙма, түрә барҙа түргә уҙма.
  • Бай бер күҙһеҙ, ярлы ике күҙһеҙ
  • Бай бисәһе — бей бисәһе.
  • Бай бирмәҫ, ярлы ҡарап тормаҫ.
  • Бай бирәсәген мал менән, ярлы бирәсәген тир менән түләр.
  • Бай булһаң, балпан бул ярлы булһаң, ҡалтаң бул.
  • Бай кешегә ҡәберең яҡың булмаһын.
  • Бай күңелен май баҫыр.
  • Бай ҡарғышы ярлыға төшмәҫ.
  • Бай ҡашына барып ҡун — байымаһаң, миңә кил,

Юҡ ҡашына барып ҡун — юғалмаһаң, миңә кил.

  • Бай малын һөйләр, ярлы зарын һөйләр.
  • Бай менән бай — бер туған.
  • Бай менән ҡоҙа булһаң, наҙланып маҙаңды алыр,
  • Ярлы менән ҡоҙа булһаң, теләнеп маҙаңды алыр.
  • Бай менән ҡуйҙың ҡойроҡ төбө һимеҙ — бай ғәйебен дә май ҡаплай.
  • Бай рәхмәтен алғансы, ярлының йәне сығыр.
  • Бай табышын һөйләгәндә, ярлы төшөн һөйләгән.
  • Бай тамһа — ҡунаҡҡа, ярлы танһа — тамаҡҡа.
  • Бай төшөмө менән маҡтаныр, ярлы; төшө менән маҡта¬ныр. :
  • Бай туғандан болот яҡын.
  • Бай туғайын танымай.
  • Бай һылана ла һыйпана, ярлы ямана ла ҡыуана.
  • Бай «ханға етһәм» тиер, хан «хоҙайға етһәм» тиер.
  • Бай ярлыға мохтаж, ярлы аҡсаға мохтаж.
  • Бай — ярлының аҙығы, ярлы — байҙың ҡаҙығы.

Байғ[үҙгәртергә]

  • Байға бай килһә, ялсы ауыҙына май тейә.
  • Байға барма, ярлыға бульцн.
  • Байға барымта юҡ, ярлыға ҡарымта юҡ.
  • Байға бирәсәгең, ярлынан-йласағың булмаһын.
  • Байға бурысыңды бир, ҡылысыңды күрһәт.
  • Байға бәлә юҡ, ярлыға ярҙам юҡ.
  • Байға инанма, һыуға таянма.
  • Байға көн дә байрам, көн дә туй,

Ярлыға көн дә хәсрәт, көн дә уй.

  • Байға мал арты менән керә.
  • Байға мал ҡиммәт, ярлыға йән ҡиммәт.
  • Байға ут кәрәк булһа, ярлының ҡулын һоҫҡо итер.
  • Байға хеҙмәт итһәң, алланан ҡаза күрерһең.
  • Байға эшләп бай булмаҫһың.
  • Байға ялланма, юҡҡа алданма.
  • Байға ялынам тип, ярлының йөҙ һумлыҡ хаҡы сыҡҡан.
  • Байға ялынғансы ике ҡулыңа ялын.
  • Байға яраған бай булған.
  • Байға ярлы дуҫ булмаҫ.
  • Байҙан аҡмаһа ла тамыр.
  • Байҙан батрак артмай.
  • Байҙан йоҡмай, балдан йоға.
  • Байҙар баштан һыйпамай.
  • Байҙарҙың ҡоймаһы бейек булыр, эҫтәре көйөк булыр.
  • Байҙы бай яҡлар, ярлыны ярлы яҡлар.
  • Байҙы мал баҫыр, ярлыны бала баҫыр.
  • Байҙы яманларһың, байға барырһың.
  • Байҙы ярлы күтәрер.
  • Байҙың аласағы, ярлының бирәсәге күп булыр.
  • Байҙың ашағаны — бал да май.
  • Байҙың башын бөгөү ҡыйын.
  • Байҙың бер юҡлығы, астың бер туҡлығы бар.
  • Байҙың биргәне — әҙәмдең имгәге.
  • Байҙың бите туңғансы, ярлының ите туңған.
  • Байҙың — ете тун, ярлының — ите тун.
  • Байҙың ишеге байға асыҡ. ;
  • Байҙың ишеге туң тимер: уны иретергә көс кәрәк.
  • Байҙың ишегенән дә керә, тишегенән дә керә .
  • Байҙың килене булғансы, ярлының ҡыҙы бул.
  • Байҙың көнө ярлы менән.
  • Байҙың күңеле малда.
  • Байҙың күрке мал менән.
  • Байҙың ҡатыны үлһә — түшәге яңырыр,

Ярлының ҡатыны үлһә — башы ҡаңғырыр.

  • Байҙың ҡоло булғансы, әҙәмдең хуры бул.
  • Байҙың ҡоло булғансы, ярлының улы бул.
  • Байҙың ҡулы уйнағанда, ярлының күҙе уйнаған.
  • Байҙың ҡыҙы урынлы.
  • Байҙың ҡыҙы — яҙғы тай, ярлы ҡыҙы — йомарлаған май
  • Байҙың малы бар, бай булһа ла, өйө тар.
  • Байҙың малы — ярлының ҡаны.
  • Байҙың мең һарығы араһында ярлының етем бәрәсен бүре алған.
  • Байҙың татлы ашы — фәҡирҙең ҡанлы йәше.
  • Байҙың тине илап тора, ярлының тине бейеп тора.
  • Байҙың туйы булһа, ярлының туны туҙыр.
  • Байҙың түр башынан ярлының ишек төбө артыҡ.
  • Байҙың — түрендә, ярлының — гүрендә.
  • Бай түшәге — тегәнәк, ярлыныҡы — мамыҡ
  • Байҙың улы һыңар күҙле, хеҙмәтсеһе тома һуҡыр
  • Байҙың һыйын бай күрер, ярлының хәлен ярлы белер.
  • Байҙың эше фарман менән, ярлының эше дарман менән
  • Байҙың — эше, ярлының — тамағы.
  • Байҙың әтәсе лә күкәй һала.
  • Байҙың «юҡмын» тигәненә, ярлының «туҡмын» тигәненә ышанма. \
  • Байҙың ярлынан башҡа көнө юҡ.
  • Баймын тип маҡтанма — ярлылыҡ бар.
  • Байлыҡ аҙҙыра, ярлылыҡ туҙҙыра.
  • Байлыҡ айырыр, фәҡирлек ҡушыр.
  • Байлыҡ — бер айлыҡ
  • Байлыҡ — боҙға яҙган.
  • Байлыҡ ерҙә ятмай.
  • Байлыҡ кешенең күңелен ташҡа, күҙен аҡҡа әйләндерә.
  • Байлыҡ көнөңә инанма, ҡатындар һүҙенә алданма, йүгерек атҡа таянма.
  • Байлыҡ — күгәрсен (оса ла китә).
  • Байлыҡ морат түгел, ярлылыҡ оят түгел.
  • Байлыҡтың мәшәҡәте үҙе менән артыр.
  • Байлыҡтың тамыры Бохарала түгел.
  • Байлығыңа маһайма.
  • Байрам көндө мулла байыр, ярлы ас ҡалыр.
  • Байҙың туйы яҙ булыр.
  • Байлыҡ күрке — мал менән.
  • Байтал яманы ике айғырҙы тибештерер.
  • Байтал бейә булғансы, башыңа сал инә.
  • Байтал менһәң — ҡолон юҡ, һауым мал екһәң — ҡымыҙ юҡ.

Баҡ[үҙгәртергә]

  • Баҡра сәскән бойҙай урмаҫ.
  • Баҡсасы менән дуҫ булһаң сәскәһенең еҫе йоғор,Күмерсе менән дуҫ булһаң күмеренең ыҫы йоғор.
  • Баҡырҙы ялтыратыуҙан алтын булмаҫ
  • Бала — ата-инәгә алтын бағана.
  • Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.
  • Бала күрмәгән — балдан ауыҙ итмәгән.
  • Бапа ҡарыныңда саҡта — эсеңә ауыр, өйҙә саҡта — башыңа ауыр, ситкә китһә — йәнеңә ауыр
  • Балаларыңды талаштырырға теләһәң, өй ҡалдыр
  • Балалы тормош — мең хәсрәт, балаһыҙ — бер хәсрәт.
  • Балаһыҙ кеше кеше һөйләр, балалы кеше балаһын һөйләр.
  • Баланан бәхетең булһа — ҡарт көнөңдә йәш итер,

Баланан бәхетең булмаһа — иртә йәштән ҡарт итер

  • Баланың балаһы — балдан татлы.
  • Бала көлкөгә туймаҫ, ялҡау йоҡоға туймаҫ.
  • Балаһыҙҙың малы хәрәм, эшлекһеҙҙең йәне хәрәм.
  • Балсы ҡулынан бал тамыр, һауынсы ҡулынан һөт тамыр.
  • Бал булһа, себене булыр, өҫтөн ябып тотмаһаң, малы булһа, ҡазаһы булыр, һаҡлай белеп тормаһаң.
  • Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтле наҙы бар.
  • Балдыҙы сибәр ҡатынының үлемен теләр.
  • Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ.
  • Балта оҫтаһы балтаһынан билгеле.
  • Балта һабын тотам тигәнсе, балтаһын һыуға төшөргән.
  • Балта сапҡансы, түмәр ял итә.
  • Балта һабы беләктән башлана, үткерлеге — йөрәктән.
  • Балтаң булмаһа, урманға барма.
  • Балтасының балтаһы китек.
  • Балтасының өйө терәүле.
  • Балыҡ башынан серей, ә ҡойроғонан башлап таҙарталар.
  • Балыҡ бирһәң — бәйләп бир, башын-күҙен сәйнәп бир
  • Балыҡ тотһаң, башынан тот.
  • Балыҡ аулаған байымаҫ.
  • Балыҡ ашағың килһә, һыуҙан ҡурҡма.
  • Балыҡ тота алмаған һыуҙы яманлаған.
  • Балык тотҡан туҡ булыр, аяҡ-быуыны ныҡ булыр.
  • Балыҡсының ҡулы аҡ, малсының йөҙө аҡ.
  • Балыҡ башынан боҙолор (серер), ҡойроғонан таҙартырҙар.
  • Балыҡсы күлен маҡтай,

Көнлөксө көнөн маҡтай.

  • Балыҡты тотҡан уңмаҫ, ашаған туймаҫ.
  • Балыҡты тотоуынан тотам тигәне ҡыҙыҡ.
  • Балыҡты йөҙөргә, үгеҙҙе һөҙөргә өйрәтмәйҙәр.
  • Барабан ҡаҡһалар — барабан артынан, ҡумыҙ тартһалар — ҡумыҙ артынан
  • Бармағына күрә балдағы
  • Бар барын һөйләр, кгк югыи һөйләр.
  • Бар булһаң, биргәнеңде әйтмә, ир булһаң, еңелгәнеңде әйтмә.
  • Бар өҫтөнә бар — май өҫтөнә бал.
  • Барҙың барлығы тейә, юҡтың тарлығы тейә.
  • Барҙың бары ла бар, юҡтың өйө лә тар.
  • Барлы ярлы булмай.
  • Барлыҡ пар иткән, юҡлыҡ тар иткән.
  • Бар яраштыра, юҡ талаштыра.
  • Барын биргән — байға һан.
  • Барма бейгә — үҙе килер өйгә, барма ханға — үҙе килер малға.
  • Бармаҡ менән бармаҡ тиң түгел, әҙәм менән әҙәм тиң түгел.
  • Бармаған ерҙә баҡыр бар,

Күрмәгән ерҙә көмөш бар, Алмаған ерҙә алтын бар, Барһаң, тимер табылмаҫ.

  • Бармағына ышанған — ҡашыҡһыҙ ҡалған.
  • Бармаҡ йөрөт аң эйҙер, бәке йөрөт — ҡын кейҙер.
  • Бармаҡ тоя белмәһә, ҡул тоя белмәй.
  • Барған ереңә таш булып бат
  • Баҫҡысҡа берәр аҙымлап менәләр
  • Баталы ҡол арымаҫ, батаһыҙ ҡол йәлсемәҫ.
  • Батша һарайын таҙартҡансы, ат һарайын таҙарт.
  • Батшаның башы эшләмәһә лә эттәре тешләшә.
  • Батшаның ҡоло буғансы, фәҡирҙең улы бул.
  • Батша залим булһа — йорт туҙыр, батша ғалим булһа — йорт уҙыр.
  • Батша талап ала, хәйерсе теләнеп ала.
  • Батша әмере өс көн йөрөр.
  • Батшаң һуҡыр булһа, бер күҙеңде ҡыҫып үт.
  • Батшанан һалдат артмаҫ.
  • Батшаның күҙе ҡанға туймай.
  • Батыр - һуғышта, ҡурҡаҡ ҡыуышта үлә.
  • Батыр бер үләр, ҡурҡаҡ мең үләр.
  • Батыр кәрәк яу килгәндә, түрә кәрәк дау килгәндә.
  • Батыр уртаҡ, бей уртаҡ — береһе илгә дан сәсә, икенсеһе ҡан сәсә
  • Батырға ла ял кәрәк.
  • Баш ауырта тип, башты ташҡа ормайҙар.
  • Баш бармаҡ: «Бөгәм дә бөгәм»,

Күрһәткес: «Сүгәм дә сүгәм», Урта бармаҡ: «Сигәм дә сигәм», Исемһеҙе: «Тегәм дә тегәм», Бәпес бармаҡ: «Арағыҙҙа тик бер үҙем интегәм», — тип әйтер, ти

  • Башҡорт байыһа, бисә ала, урыҫ байыһа, йорт һала.
  • Башлыҡ булһаң — башлы бул, Йыйырылмаҫ ҡашлы бул!
  • Башың ауыртһа — яулыҡ эсендә, беләгең ауыртһа — ең эсендә (булһын).
  • Башлаған эш — бөткән эш.
  • Башланған эштең бөткәне яҡшы.
  • Башлаусыһы булһа, ҡеүәтләүсеһе табылыр.
  • Башлы кеше ташты аш итер.
  • Башлыҡ аҡылға бай, халыҡ күңелгә бай.
  • Башлыҡ булһаң башлы бул, йыйырылмаҫ ҡашлы бул.
  • Башлыҡҡа ла баш бар,

Тағанай башында таш бар.

  • Башлыҡты башлыҡ ҡуя
  • Башһыҙ илдә бәрәкәт булмаҫ.
  • Башһыҙ өйҙә эт хужа.
  • Башым китмәһен тип ултырған башлыҡтан илгә изгелек китмә.
  • Башта уйла, унан эшлә.
  • (Эштең) Башы нисек — ахыры шулай бөтөр.
  • Башыңа төшһә, башмаҡсы булырһың.

Бей[үҙгәртергә]

  • Бей башына ҡол етер
  • Бей булмаған бей булһа, менмәгән тауҙың башын ҡал¬дырмаҫ
  • Бей икәү булһа, дау дүртәү.
  • Бейгә бирем яҡшы
  • Бейә кешнәмәй айғыр тешләмәй.
  • Бей икәү булһа, дау дүртәү булыр.
  • Бейек тауҙың үре күп.
  • Бейә эштә йөрөп тирләһә, ҡолон бушҡа йөрөп тирләй.
  • Бейә күп булһа, ҡолон күп.
  • Бейә менһәң- ҡолон юҡ, һаумал асһаң, ҡымыҙ юҡ.

Бейә һаумаҡ — ут йотмаҡ,
Ҡымыҙ бешмәк — йән сыҡмаҡ

.

  • Бейәһенең серен эйәһе белер.
  • Белеклегә бер әйтһәң - ҡолағының эсендә, белекһеҙгә биш әйтһәң дә - ҡолағының тышында.
  • Белеме барҙың - ҡәҙере бар.
  • Белемле белеменә таяныр, белемһеҙ - беләгенә таяныр.
  • Белемле ҡыҙ - бирнәле ҡыҙ
  • Белемлегә йот юҡ, белемһеҙгә ҡот юҡ.
  • Белемле кеше юғалмаҫ.
  • Белмәгәндең беләге тыныс
  • Белмәгән беләгең тыныс булһа ла йөрәгең тыныс булмай.
  • Белмәү ғәйеп түгел, белергә тырышмау - ғәйеп
  • Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр.
  • Белгән — юлда, белмәгән — түрҙә.
  • Белгәнгә — ер, белмәгәнгә — гүр.
  • Белмәгән белер, белмәгәндән көлөр.
  • Белмәгән эшкә ҡатышма.
  • Белмәгән эштән шайтан көлгән.
  • Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең ике ҡулына ла көс.
  • Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең йөрәге тыныс.
  • Белгәнгә — яңылыш, белмәгәнгә — нағыш.
  • Бер алдар - гел алдар.
  • Бер бар - берәгәйле бар.
  • Бер болғанмай һыу ҙа тонмай
  • Бер аяғын күтәргәнсе, икенсеһен эт ашаған.
  • Бер бирмәһәң, мең биргәнең юғалыр.
  • Бер кешенең хатаһы йөҙ кешенең ғүмерен ҡыҫҡарта.
  • Бер көндөң ни арыһы, ни биреһе!
  • Бер тәртәгә егелгәс, тартмай хәлең юҡ.
  • Бер эшсегә ун башсы.
  • Бер йәҙрә берҙе үлтерер, бер һүҙ меңде үлтерер.
  • Бер көн артта ҡалһаң, биш көн артынан йүгерерһең.
  • Бер ҡаҙыҡҡа ике ат бәйләнмәҫ.
  • Бер рәхәттең бер михнәте була.
  • Бер тинлек ҡуян - ун тинлек зыян
  • Берҙең көнө мир менән, мирҙең көнө ер менән.
  • Берәүҙең быҙауы үлһен тиһәң, үҙеңдең үгеҙең үлер.
  • (Эш) Бер кирегә китһә, гел кирегә китер.
  • Бер ҡөн артта ҡалһаң, биш көн югерерһең.
  • Бер ҡул менән төйөн бәйләнмәй.
  • Бер тырышлыҡ унлата ҡайта.
  • Бер эшен башлаған, икенсеһен ташлаған — береһен дә ослап сыға алмаған.
  • Бер эшкә бәйләнгәс, билеңде бушатма.
  • Бер эшлә, берәгәйле эшлә.
  • Бер юлы ике кәмәнең ҡойроғон тотоп булмай.
  • Бер тин һумды һаҡлай, бер көн йылды һаҡлай.
  • Бер һыйыр аҫыра, берәгәйле аҫыра.
  • Бер ат арҡаһында мең ат һыу эскән.
  • Бер йортҡа ике бикәнең тауығы һыймаҫ.
  • Бер кеше тәхеткә менһә, ҡырҡ кеше атҡа менә.
  • Бер күктә ике ҡояш булмай.
  • Бер ҡолас — ер түгел.
  • Бер өңгә ике айыу һыймаҫ.
  • Бер тәкә ҡайҙан китһә, бар көтөү шунан китә.
  • Бер түрәгә дау килһә — түрәләр һөйөнөр,

Күп түрәгә дау килһә — түрәләр берегер.

  • Бер йыл тартай һимерһә, бер йыл бүҙәнә һимерә.
  • Бер кеше һабан артынан йөрөй, ете кеше ҡалаҡ тотоп йөрөй
  • Бер көн көл булмайынса, бер көн килеп гөл булып булмай.
  • Бер юлдан йөрөгән кешеләр берен-бере ашамай.
  • Берәү аҡса таба, берәү муҡса тегә.
  • Берәү ашағанға берәү туҡ булмаҫ.
  • Берәү һыйыр һауа, берәү мөгөҙөн тота.
  • Берәү туңып һикерә, берәү туйып һикерә.
  • Берәү үлмәй — берәү көп күрмәй.
  • Берәүгә алтын табаҡтан нан бирә, берәү нан хәсрәтенән йән бирә.
  • Берәүҙең ер күтәрмәҫ малы бар, берәүҙең ат күтәрмәҫ да¬ны бар.
  • Берәүҙәр түрә, берәүҙәр түрә янында көн күрә.
  • Берәүҙәргә көн дә байрам, көн дә туй,

Берәүҙәргә көн дә һағыш, көн дә уй.

  • Берҙең көнө ил менән, илдең көнө ер менән.
  • Берҙә түгел, илдә көс.
  • Берәүҙең бәхетенән берәү төшә тәхетенән.
  • Береһен үлтермәй, береһен тергеҙеп булмай.
  • Бесәй юҡта сысҡан баш.
  • Бесән юҡта һалам да ҡурмы.
  • Бесән яҡҡан, үҙе ятҡан.

Биҙ[үҙгәртергә]

  • Биҙмән менән гер бергә

Ҡатын менән ир бергә

  • Бикәләр түр өсөн талашыр.
  • Бикәр эш битһеҙ булыр.
  • Бил бөкмәйенсә белен бешмәй.
  • Биле билтәк бишле айғыр алтыһында ат булыр.
  • Биле ныҡтың иле ныҡ, иле ныҡтың биле ныҡ.
  • Билдәһеҙ эштә тәүәккәллек ҡотҡара.
  • Биргән бейгә яраған, ауыҙы-башы ҡанаған.
  • Биргән бейгә яраған, бирмәгән кемгә яраған?
  • Биргән менән мал бөтмәй.
  • Бирәм тигән бей булмаҫ.
  • Бирәйем тигән ҡолона — сығарып ҡуйыр юлына, Бирмәйем тигән ҡолона — тартып алыр ҡулынан
  • Бирмәҫ ҡыҙҙың ҡалымы ҙур.
  • Бирәм тигән ҡолона - сығарып ҡуйыр юлына!
  • Бирһәң — алырһың, сәсһәң — урырһың.
  • Бисәң матур - бай тирмәһендә ятыр.
  • Бисмилла тигәнсе, ҡор үлеп бара .
  • Бисәң матур булһа, байың үсле була.
  • Битеңде биҙәмә, аҡылыңды биҙә.
  • Биш мәртәбә уйла, бер мәртәбә эшлә.
  • Бишек бауы билеңдә, имсәк һөтө иренеңдә .
  • Биштең башы булғансы, алтының аяғы бул.
  • Бойҙай сәсһәң, башағын йый, шалҡан сәсһәң, тамырын йый.
  • Боландың мөгөҙө, сәсәндең һүҙе, филдең теше, оҫтаның эше ҡиммәт.
  • Боло булһа, ҡоло табыла.
  • Болот елгә ҡаршы йөрөмәй.
  • Борос әсе, әсе телле унан да әсе.
  • Бохар даны менән бүҙ үтер, атай даны менән ҡыҙ үтер.
  • Бохарҙа малы барҙың күңеле туҡ.
  • Бөркөт себен ауламай
  • Бөгөнгө уй иртәгәгә ярамай.
  • Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма.
  • Бөлгән илгә бөкөрө билле бей килер.
  • Бөлгән байға һан юҡ.
  • Бөлгән илдән бүлтерек алма.
  • Бөркөт ҡартайһа, сысҡан аулар.

Буй[үҙгәртергә]

  • Буй эшләмәй, ҡул эшләй.
  • Буйына ҡарама, ҡулына ҡара.
  • Булган кешенең көрәге лә утын киҫер.
  • Булдыҡлы булмағанды булдырыр.
  • Булдыҡһыҙ балтанан күрер.
  • Булдыҡһыҙҙан һөнәр сыҡмаҫ.
  • Булдыҡһыҙҙың ҡоралы насар
  • Булмаҫтай алтмышҡа етһә лә булмаҫ.
  • Булмаҫтайға һүҙ әрәм.
  • Булмаҫтайҙан булмаҫ:

Ул да тыумаҫ, ҡыҙ ҙа тыумаҫ, Тыуһа ла тормаҫ.

  • Булмаҫ эште телгә алма.
  • Булыр-булмаҫ кеше ат үлтерер.
  • Булыр ир алты йәшендә башмын тир,
  • Булмаҫ ир алтмыш йәшендә йәшмен тир.
  • «Булыр» тигән — булдырған.
  • Булырҙайҙың йөҙөнән, булмаҫтайҙың һүҙенән (билгеле)
  • Булмаҫ иргә бөкөрө ҡатын.
  • Буйың етмәгәнгә үрелмә.
  • Булыр-булмаҫ егеттең әйткән һүҙе ел булыр
  • Буран булһа, һунар юҡ, ямғыр булһа, туҙан юҡ.
  • Буран булһа, һунар юҡ,

Ямғыр булһа, туҙан юҡ, Түрә килһә, майҙан юҡ.

  • Бурҙы йөккә, мулланы мәктәпкә, кулакты колхозға яҡын ебәрмә.
  • Бурысҡа алыуы еңел булһа ла, түләүе ауыр
  • Буш башаҡ башын күккә сөйә, Туҡ башаҡ башын аҫҡа эйә
  • Буш тоҡ тура ултырмаҫ.
  • Буштың атаһы үлгән.
  • Бушты бушҡа бушатма.
  • Буянған ҡыҙҙан оялған ҡыҙ матур.
  • Бүҙәнәңең өйө юҡ,

Ҡайҙа барһа — бытбылдыҡ.

  • Бүре лә туҡ булһын, һарыҡтар ҙа иҫән ҡалһын.
  • Бүрене аяғы туйҙыра.
  • Бүренең көсө тешендә, кешенең көсө эшендә.
  • Бүре тотор бурҙай эт бөйөрөнән беленер, бүре һуғыр ир-егет беләгенән беленер.
  • Бүре ас булһа ла елкәһен көҙөрәйтер.
  • Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай
  • Бүре бәйләүгә күнмәҫ, әйҙәүгә килмәҫ.
  • Бүре күләгәһендә ҡош туйыр.
  • Бүре ҡартайһа ла, бер ҡуйлыҡ ҡеүәте ҡала.
  • Бүре ҡуйға иш булмаҫ, ярлы байга дуҫ булмаҫ.
  • Бүре менән дуҫ булһаң, этең яныңда булһын.
  • Бүрегә аҙыҡ бирһәң, тешен һындырып бир.
  • Бәз ҡәҙерен белмәҫ ҡулда ҡайсы уйнамаҫ,

Ат ҡәҙерен белмәҫ ҡулда ҡамсы уйнамаҫ.

  • Бәлә бәләгә ҡул бирә.
  • Бәлә күрһәтер булһа Аллаһ башта кешенең аҡылын алыр, ти
  • Бәлә-ҡаза яңғыҙ йөрөмәй
  • Бәләкәй һыуҙа оло балыҡ үҫмәй.
  • Бәләкәй атты маҡта, оло атты ек.
  • Бәндәнең үлгәндән һуң да өс көнлөк эше ҡалыр, ти
  • Бығау, алтын булһа ла - бығау.
  • Быҙау һайын — бухгалтер, һыйыр һайын — секретарь.
  • Былтырғыны ҡар баҫҡан
  • Бысаҡ ҡынын киҫмәҫ.
  • Бысаҡ осонан һыныр.