Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/М

Викидәреслек проектынан

М[үҙгәртергә]

  • Май сүлмәге тышынан билдәле
  • Майҙан һуң ҡурмы уртаҡ.
  • Майлы ҡулың менән тотма, һөйәкле ҡулың менән тот
  • Мал аҙығы — йән аҙығы,
  • Мал асыуы — йән асыуы.
  • Мал арығын һимертһәң, ауыҙың-мороноң май булыр.
  • Мал аҫыраған — май сәйнәгән.
  • Мал башы — тауыҡ.
  • Мал көрлөгө көтөүсенән.
  • Мал көткән ашҡа туйыр.
  • Мал күн булһа, ҡәҙере юҡ.
  • Мал ҡазаһы баш ҡазаһы түгел,
  • Мал табыла, баш табылмай.
  • Мал ҡазаһы эткә яҡшы.
  • Мал табылыр, иҫәп кәрәк.
  • Мал эйәһенә оҡшай
  • Малһыҙ донъя — һанһыҙ.
  • Малы барҙың наҙы бар.
  • Малы барҙың һыйы бар, малы юҡтың һыйы юҡ.
  • Малы юҡтың йәне юҡ.
  • Малы юҡтың ҡайғыһы юҡ.
  • Малың булһа, көтөүсе табылыр.
  • Маңлайы тирләмәгәндең ҡаҙаны ҡайнамай.
  • Маңлайҙан аҡҡан әсе тир, ергә тамһа, ем булыр.
  • Мал малдан үҫә, аҡса тиндән үҫә
  • Малһыҙлыҡ ярлылыҡ түгел, аҡылһыҙлыҡ - ярлылыҡ.
  • Мал ашаған еренә, ир тыуған иленә ҡайтыр.
  • Мал торған ерен, ир тыуған илен онотмаҫ.
  • Малсының инсеһе булыр, батшаларҙың илсеһе булыр.
  • Матур - күҙ өсөн, аҡыллы - күңел өсөн.
  • Матурлығы хәжәт түгел, аҡылы-тәүфиғы булһын.
  • Матурлыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк.
  • Мейес башында ятып ҡалас бешмәҫ.
  • Мейесен яҡҡан, үҙе ятҡан.
  • Мең башты бер баш юҡ иткән.
  • Мең яманға баш булғансы, бер яҡшыға ҡуш бул.
  • Мең кешегә -бер башсы, ун кешегә- бер ашсы.
  • Минең бойороғом менән, суртандың ҡойроғо менән
  • Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе.
  • Мир бөтмәһә ир бөтмәҫ
  • Мир елкәһе ҡалын.
  • Мөхәббәт өсөн йән фиҙа.
  • Мөхәббәт тамуҡ утынан ете өлөш артыҡ булыр, ти.
  • Мөхәббәт таш ярҙырта.
  • Мөхәббәт тешкә ҡарамай, эшкә ҡарай
  • Муллаға тел тейҙерһәң — телең киҫелер,

Түрәгә тел тейҙерһәң — ҡулың киҫелер.

  • Мыштыр кеше иртә лә мыштыр, кистә мыштыр.